Хеҙмәт иҡтисады
Уҡыу көйләүҙәре
Хеҙмәт иҡтисады — иҡтисадтың хеҙмәтте тергеҙеү процестарын һәм эшселәрҙең, хеҙмәт сараларының һәм объекттарының үҙ-ара эш итеүен өйрәнеүсе тармағы.[1][2]
Хеҙмәт иҡтисады хеҙмәт баҙарын, хеҙмәт ресурстарын һәм мәшғүллекте анализлау, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен оҙайлы анализлау, хеҙмәткәрҙәрҙең килемдәрен һәм эш хаҡын өйрәнеү, етештереүсәнлек һәм хеҙмәт һөҙөмтәлелеге проблемаларын өйрәнеү, хеҙмәткәрҙәр һанын аҡлау ысулдарын эшләү, кеше капиталы төшөнсәләрен анализлау менән шөғөлләнә[3]. Хәҙерге хеҙмәт иҡтисадына Минсер нигеҙ һала.
Ҡайһы бер ғалимдар хеҙмәт иҡтисады темаһын киңерәк аңлата һәм хеҙмәт нормалау проблемаларын, кадрҙар менән идара итеү ысулдарын күҙҙә тота[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Экономика труда: (социально-трудовые отношения) / Под ред. Н.А. Волгина, Ю.Г. Одегова. — М.: Экзамен, 2002. — С. 9. — 736 с. — ISBN 5-94692-027-8.
- ↑ Корнейчук Б. В. Экономика труда: учебное пособие 2022 йыл 14 март архивланған. — М.: Гардарики, 2007. — 286 с.-->
- ↑ 3,0 3,1 Генкин Б. М. Экономика и социология труда. Учебник для вузов. — М.: Инфра-М, 1998. — С. 15. — 384 с. — ISBN 5-89123-278-2.